Перейти к содержимому

Пост канала

Башҡортостан ҡыҙы
  1. Рәсүл Әкрам саллаллаһү ғәләйһи үәс сәлләм: «Әй, Ғәли! «Йәсин» сүрәһен дауамлы хәлдә уҡып тор! Хаҡлыҡта, унда егерме төрлө бәрәкәт барҙыр! Уны ас кеше уҡыһа — туйыр, һыуһаған кеше уҡыһа — һыуһауы баҫылыр, яланғас уҡыһа — кейенә алыр, өйләнмәгән уҡыһа — өйләнер, ҡурҡҡан кеше ҡурҡыуынан ҡотолор, ауырыу — шифа табыр, зиндандағы кеше иреккә сығыр, мосафир уҡыһа — сәфәрендә ярҙамға ирешер; юғалған әйбер табылыр; хәсрәтле кеше уҡыһа — хәсрәтенән арыныр...» — тигән. Һис шикһеҙ, инанып, ышанып, шик тотмайынса уҡыған кеше генә ниәтенә, күңеленә ҡарата мораҙына ирешер. Йома кистәрендә «Йәсин» сүрәһен уҡыу тураһында Пәйғәмбәребеҙ әйткән: — Йома кистәрендә «Йәсин» сүрәһен уҡыусы кеше иртәнге сәғәттәренә тиклем иләһи ярлыҡауға ирешкән хәлдә ҡалыр. — Йома кисендә ике рәкәғәт намаҙ уҡып, беренсе рәҡәғәтендә «Әлхәм»дән һуң, «Йәсин», икенсеһендә «Әлхәм»дән һуң «Тәбәрәк» сүрәләрен уҡыусы кешегә уҡығанының һәр бер хәрефе һайын меңәр нур бирелер. Ул нур Ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр балҡыр. Ғәмәл дәфтәрҙәренә лә яҙылыр. Йәһәннәмдән ҡотолоуға сәбәптәрҙән булыр. Үҙенең ғаилә әһелдәре араһындағы гөнаһкәрҙәрҙең етмешенә шәфәғәтсе булыр. Иғтибар итә күр: әйткәндәрҙән шикләнеүсе монафиҡ булыр!» — тигән. ✨✨

    Открыть в MAX
    Просмотры
    115
    ER
    0,9%
    Реакции
    1