Перейти к содержимому

Пост канала

Башҡортостан ҡыҙы
  1. фото

    🍒🍒🍒 Сейәнән тәмле бәлеш 🍒🍒🍒 Кәрәкле ингредиенттар: 1л. ойоған һөт Он – 150 гр Бер сәй ҡалағы сода Ярты аш ҡалағы тоҙ Бер аш ҡалағы шәкәр ҡомо 0.5 стакан көнбағыш майы Эслек өсөн: Һөйәкһеҙ сейә -250 гр шәкәр – ¾ стакан 3 аш ҡалағы ҡаймаҡ 2 аш ҡалағы крахмал Һөт, сода, тоҙ һәм шәкәр ҡомон ҡушып болғағас, ярты стакан көнбағыш майы ҡушабыҙ. Һуңдан шыйыҡ масса өҫтөнә он һалып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Артабан өҫтөн таҫтамал менән ябып 15 минут самаһы ял иттереп алабыҙ. Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп йәйәбеҙ. Икенсе өлөшөн бәлештең өҫтөнә ябабыҙ. Был тәмле ризыҡ 40-45 минутта 180° ҡыҙыулыҡта бешерелә. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын! (Бәлештең рецебы Гөлгөнә Байегетова сәхифәһенән алынды)

    Открыть в MAX
    Просмотры
    137
    ER
    1,5%
    Реакции
    2