Пост канала
- фото
Миләүшә Ҡыҙрасова Ҡыҙыл эремсекле гөбәҙиә бешерҙек сәйгә. Уаййй, тәмле! Ҡамыр өсөн: *300 г он *1 йомортҡа *100 г аҡ май *5-6 аш ҡалағы ҡаймаҡ *1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс *ярты балғалаҡ тоҙ Эслегенә: *350 г ҡыҙыл эремсек *бешереп 1 ст. дөгө *1 стакан йөҙөм *100 г иретелгән аҡ май * 3 аш ҡалағы шәкәр 1⃣Ҡамырҙы, бөтә кәрәкле ингредиенттарын бергә ҡушып, баҫабыҙ 2⃣Дөгөнө әҙерәк тоҙ һалып бешереп алып, һалҡын һыу менән саябыҙ 3⃣ Йөҙөмдө яҡшылап йыуып, ҡайнар һыуҙа ебетергә 4⃣Аҡ майҙы иретергә. 6⃣Ҡамырҙы табаға йәйгәс, 1-се ҡат: ҡыҙыл эремсек 2-се ҡат: дөгө, өҫтөнә шәкәр һибергә 3-сө ҡат: йөҙөм 4. Иретелгән аҡ майҙы ҡалаҡлап ҡоябыҙ Бәлештең өҫтөнә бәләкәй йәймәһен ябып сәнске менән тишергә, уртаһына тишек ҡалдырырға. 40-50 минут сыҙап ҡына ултырып, бешерергә лә, тәмләп тороп сәй эсергә. ☕Тәмле булһын сәйҙәр! 🌼
Открыть в MAX- Просмотры
- 169
- ER
- 0,6%
- Реакции
- 1