Пост канала
Ҡул яраһы китә, тел яраһы китмәй. Ҡунаҡ аҙ ултыра, күп һынай. Ҡунаҡ һорамай таптыра. Ҡыҙҙар йыйнаҡ булһа, егеттәр тыйнаҡ була. Ҡыйыш атып, тура тейҙерә. Ҡылығын белмәгән малға яҡын барма. Ҡысытмаған ерҙе тырнамайҙар. Майҙы майлап ашамайҙар. Май сүлмәге тышынан билдәле. Матурлыҡ – күҙ өсөн, холоҡ – күңел өсөн. Матур сәскә сәнскеле була. Мейес бер ҡыҙһа, сей утын да яна. Мин күрмәгән аҙ ҡалды, Бохарҙа бер таҙ ҡалды. Мөхәббәт йәш һорамай. Муйыны булһа, ҡамыты табылыр. Ни һөйләһәң, алдыңа шул килә. (Юраған юш килә.) Ни юҡ булһа, шул танһыҡ. Оялған туйҙан буш ҡалған. Ояңа ҡарап ҡанат ҡаҡ (Дуғаңа ҡарап ҡыңғырау таҡ.) Өйҙәге иҫәпте баҙарҙағы хаҡ боҙа. Өйөңдәге хәлде күршеңдән һораш. Өлөш бар ерҙә үлеш бар. Себен тулап тәҙрә ватмаҫ. Серле кеше – сирле кеше. Серәкәйҙең тешләүенән безелдәүе яман. Сибәр сибәр түгел, һөйгән сибәр. (Һылыу һылыу күренмәҫ, һөйгән һылыу күренер.) Суртандың үҙе үлһә лә, теше үлмәй. Сыбыҡ саҡта бөгөлмәгән, таяҡ булғас бөгөлмәҫ. Тамыры ныҡ ағас оҙаҡ йәшәй. Тауға ҡарап таш атма. Тауыҡ күкәй һалғанда, әтәсте тулғаҡ тота. Тауыҡ эше – ем эҙләү. Тел һөйәкһеҙ, уй төпһөҙ. Теләгән - әмәлен эҙләр, теләмәгән – сәбәбен эҙләр. Тик тормаған телдә бәлә бар. Тоҙһоҙҙо күҙһеҙ ҙә тоя. Тун да китте, тауыш та бөттө. Түр кемдеке, мендәр шуныҡы. Түрә үтә күрә. Тыуа килә мөгөҙ сыҡмай, тора килә мөгөҙ сыға. Уҙған болото тотоп булмай. Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә. Ун бәләнең туғыҙы – телдән. Урыҫ улын һөйләһә, мәрйә ҡыҙын ҡыҫтыра. Ут менән һыу ҡауышмаҫ. Үҙем тапҡан мал түгел, атайҙыҡы йәл түгел. Үҙ йортонда алйот та хужа. Үлемдән оят көслө. Фәрештә булһа – ҡанатлы, шайтан булһа – ҡойроҡло. Хеҙмәтенә күрә хөрмәте. Хәйләле эш хәйерһеҙ. Һарыҡ булһаң, һуйғанда тыпырсынма. Һин элек тыуһаң, мин белеп тыуған. Һөйҙөргән дә тел, көйҙөргән дә тел. Һөймәгәнгә һөйкәлмә. Һөт менән кергән – йән менән сыҡҡан. Һуҙып һалһаң – бүрәнә, һөйәп ҡуйһаң – таҡта. Һүҙ үтмәгән ерҙә уҡ үтә. Һүҙ һүҙҙе сығара, йоҙроҡ күҙҙе сығара. Һүҙ эйәһе менән йөрөмәй. Һыйыр тулаһа, аттан яман. Һыу башынан болғана. Һәйбәт ҡәйнәнән дә ҡандала еҫе килә. Һәнәктән көрәк булған (Герәздән кенәз булған.) Шайтан таяғына ҡырау төшмәй. Шатлыҡ күрһәң, шашма: ҡаза күрһәң, аҙашма. Шиңгән сәскә ҡабат терелмәй. Ырғығанда икеләнмә - ҡоларһың. Ыштанһыҙ билгә - ҡайыш бау. Энә үткән ерҙән еп үтә. Эсең тулы ут булһа ла, кеше алдында «уф» тимә. Эт артында – ҡойроҡ, түрә артында – бойороҡ. Эт күңеле бер һөйәк. Эт тиһәң – йөнө юҡ, әҙәм тиһәң – йүне юҡ. Әҙергә - хәҙер. Әҙәпһеҙҙә иман юҡ. Әлеф йотҡан хур булмаҫ. (Белеме бар хур булмаҫ.) Юғарыға ҡарап фекер ит, түбәнгә ҡарап шөкөр ит. «Юҡ»ҡа мин дә туҡ. Яҙған ризыҡ теш һындырып керер. Яҙмышты ямап булмай. Ялҡауға эш өйрәтһәң, ул һиңә аҡыл өйрәтер. Яңғыҙға яла күп була. Ярҙа ултырып, йөҙөргә өйрәнмәйҙәр. Ятып ҡалғансы, атып ҡал.
Открыть в MAX- Просмотры
- 136
- ER
- 2,9%
- Реакции
- 4