Пост канала
- фото
Бүләк Исмәғилеванан тәмле АЛМА БӘЛЕШЕ *500 мл сейләй ойоған һөт (простокваша), һөт, кефир ҙа ярай *2 йомортҡа * 2 аш ҡалағы майонез *100 гр аҡ май (спред) *1 ҡалаҡ көнбағыш майы * 1 балғалаҡ һүндерелгән сода *1 балғалаҡ тоҙ, 2 аш ҡалағы шәкәр. Бөтәһен бергә ҡушып ҡамыр баҫып, ярты сәғәткә һалып торорға. Алманы йыуып, турап, бер табаға 2 см ҡалынлығында алма, бер бал ҡалағы аҡ майҙы турап, йә ҡырып ҡырғыстан, 1 аш ҡалағы шәкәр; булһа, ҡарағат ҡушырға була, һалырға. Бешеп сыҡҡас, баҫырып һалып торорға. Тулыһынса һыуынғас тәмле😋😋😋була👍👍👍. Ҡамыры йомшаҡ ҡына, ыуалып тора. Кәртүф менән фарш, йә сепей тауыҡ менән бешерһәң дә, бик шәп. Бүләк Исмәғилева фотоһы
Открыть в MAX- Просмотры
- 137
- ER
- 1,5%
- Реакции
- 2