Пост канала
- фото
ОЛОҒАЙЫУ ҘА - БӘХЕТ Олоғайыу ҙа - бәхет Аңлаған һәр кешегә. Бөтәһе ҡәҙимге,тик шул Бара алмайһың эшеңә. Олоғайыу - олпатланыу, Алйыу - бәлтерәү түгел. Сырыштар артһа ла биттә, Йәш килеш ҡала күңел. Олоғайыу - арыныу ул Ҡайһы бер мәшәҡәттән. Бурыстар тормай иңеңдә Ҡоротоп бар тәҡәтте. Олоғайыу - абруй төйнәү, Аҡыл сәсерлек ваҡыт. Эштәр аяҡты тышай ҙа, Барыбер һин - йөк аты. Олоғайыу - аңлы миҙгел, Ғибәҙәткә тартылыу, Уйын - көлкөнән ваз кисеп, Нәфсе - дәрткә баш булыу. Олоғайыу - олоҡланыу, Балаң балаһын бағыу. Балалар менән мәш килгәс, Күңел донъяң да сағыу. Олоғайыу - бер сик түгел, Бик түгел тағын һиңә. Олоғайыу яҙһын инде Тәүфиҡ һәм иман менән Айһылыу Ғарифуллина Фото Р. Камалова
Открыть в MAX- Просмотры
- 146
- ER
- 4,1%
- Реакции
- 6