Пост канала
- фото
Ҡ О Т Л А Й Б Ы Ҙ! Әлиә менән Ришат Төхвәтуллиндарҙың икенсе бәпесе донъяға килгән Күренекле йырсылар социаль селтәрҙә шатлыҡлы яңылыҡтары менән уртаҡлашты. 8 августа уларҙың икенсе бәпесе тыуған.Ғаиләнең Әлим исемле улдары бар. Яңы тыуған сабыйҙың исеме әлегә билдәһеҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Әлиә Ҡарасурина 1996 йылдың 6 ғинуарында Башҡортостандың Шишмә ҡасабаһында тыуған. 2014 йылда гимназияны тамамлағандан һуң ҡыҙ Ҡазан мәҙәниәт һәм сәнғәт институтына уҡырға инә. Институтта уҡыған ваҡытта ул саҡта инде билдәле Ришат Төхвәтуллин менән таныша. Ришат Төхвәтуллин Башҡортостандың Туймазы районы Ҡарамалы-Ғөбәй ауылында тыуған. Октябрьский музыка училищеһын һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. Ул бик күп конкурстарҙа еңеүсе булған. 2018 йылда Ришат Төхвәтуллин «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» исеменә лайыҡ була, ә 2020 йылда «Татарстан Республикаһының Атҡаҙанған артисы» исемен ала. 2025 йылдың мартында Ришат Төхвәтуллинға "Башҡортостандың халыҡ артисы" тигән юғары исем бирелде.
Открыть в MAX- Просмотры
- 166
- ER
- 3,0%
- Реакции
- 5