Перейти к содержимому

Пост канала

Башҡортостан ҡыҙы
  1. фото

    #Башҡортостанҡыҙы #БашкортостанКызы #журна * * * Төрлөсә бешереп ҡарағандан һуң, миңә ошо рецепт менән бешерелгән чебуректар ныҡ оҡшаны. Шулай итеп; - 1 йомортҡаға ярты балғалаҡтан күберәк тоҙ һәм 1 ҡалаҡ көнбағыш майы ҡушып туғыйбыҙ. - аҙаҡ, 1 стакан он һалып бутайбыҙ ҙа, өҫтөнә 1 стакан (250 мл, үлсәгесле стаканым менән үлсәнем) ҡайнар һыу ҡоябыҙ. - ҡалаҡ менән бутарға кәрәк башта, әтеү ҡул бешә. - Шунан тағын 2 стакан тирәһе он өҫтәнем дә, ҡамырҙы ҡул менән баҫтым. Шундай йомшаҡ ҡына, тыңлаусан ғына ҡамыр килеп сыға, еңел генә йәйелә. Эслеге : - ит фаршына ваҡ ҡына туралған һуған, ҡара борос, паприка, һутлыраҡ булһын өсөн саҡ ҡына һыу өҫтәнем. Әйткәндәй, ныҡ яратам паприканы, бөтә ит ризыҡтарына ҡушам. Уның үтә әсеһе лә юҡ бит ул. .... Ҡамырҙы йоҡа ғына итеп йәйгәс, өҫтөнә сынаяҡ аҫтын һалып, түңәрәктәр ҡырҡып сыҡтым. Аҙаҡ ошо түңәрәктәрҙең эсенә фаршты һалдым да, ситтәрен сәнске менән тоташтырҙым. Инде майлы табала ҡыҙҙырып бешерергә лә, ғаиләм менән бергәләп ултырып ашарға ғына ҡалды. Чебуректарҙы эҫе мәлендә ашаһаң, хәтәр тәмле бит ул! .... Әхирәттәр, ә һеҙ нисек итеп бешерәһегеҙ чебуректарҙы? Бәлки һеҙҙеке ишшу ҙа тәмлелер?! Яҙығыҙ әле, йәме! Әй, онотоп торам да, башҡортса ниндәй атама бирәйек был тәмлекәскә, шуны ла яҙығыҙ, йәме! (Гөлназ Ишемғолова)

    Открыть в MAX
    Просмотры
    167
    ER
    3,0%
    Реакции
    5