Перейти к содержимому

Пост канала

Башҡортостан ҡыҙы
  1. фото

    #Башҡортостанҡыҙы #БашкортостанКызы #журнал Гөлгөнә Байегетова БӨГӨН ЙОМА Йома сәйенә минең бәлеш әҙер! Үткән төн, төн уртаһы булһа ла алма бәлеше бешереп ҡуйғайным, йоҡонан тороуға иртәнге сәйгә тәмле бәлеш әҙер тороуы бик яҡшы бит!. Ҡамыры инде минең шул универсаль ҡамыр. Ә эслеге - туңдырылмаған, сей алманан. Йәйелгән ҡамырҙы табаға һалдым да, туралған алмаларҙы теҙеп сыҡтым, өҫтөнә шәкәр ҡомо һиптем, корица порошогы һиптем тәменсә,(1 аш ҡалағы тирәләй китте), аҡ май киҫәктәре һалып сыҡтым, (ҡаймаҡ булһа тағы ла тәмлерәк булыр ине)!. Ҡалған ҡамыр менән өҫтөн матурлап, бер йомортҡаны туҡып шуны һөртөп сыҡтым кисточка менән. Бәлеште биҙәү хәтәр күңелгә тыныслыҡ килтерә икән, онотолоп китеп биҙәүгә тотондом. Бәлеш киҫкәндә йомшаҡ ҡына, был юлы майын да күберәк ҡуштым, артыҡ бүтән һыу ҡушмай ғына баҫылған ҡамыр. Корица ҡушылған алма бәлеше былай ҙа тәмле, ә өҫтәүенә матур ҙа булһа - сәй эсеүҙәре үҙе бер байрам! Универсаль ҡамыр әҙерләү рецебы! Тиҙ генә әҙер була, ҡабарғанын көтөү ҙә кәрәкмәй! Ҡамыр баҫа торған hауытҡа 1 стакан hалҡын hыу ҡояһың да 1 аш ҡалағы пакмая дрожжи hалып болғайһың. Икенсе hауытүа 4 аш ҡалағы шәкәр ҡомо hалып - 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп болғайһың., шунан шәкәрле hыуҙы дрожжилы hыуға ҡойоп - он ҡушып әсетмә (опара) болғайhың, ныҡ ҡына итеп ябып ҡабартырға ҡуяһың, тиҙ генә ҡабара шунан, 20-30 минутта ҡабарып та сыға. Шунан шул шыйыҡ ҡамырға 1 сәй ҡалағы тоҙ, 50-100 гр. тирәhе көнбағыш майы ҡушып йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫаһың, самалап, hыу ҡушмаҫҡа тырышып, артыҡ он китhә -ҡушаhың инде! Всё, әҙер! Шунда уҡ, ҡабарып торғанын да көтөп тормай - эшләйhе айбереңде эшләп бешерергә лә ҡуяhың! Төрлө бәлештәргә бара, пирожкиҙар, пицца, май икмәк, булочка бешереүгә ла бара, пирожки-майикмак бешергәндә шыйыҡ майҙы аҙыраҡ, 50г.ҡушаһың инде, а бәлеш бешергандә күберәк 100-150г.ҡушырға була, ҡамыры тәмле була бигерәк! 😋😊👍🏻

    Открыть в MAX
    Просмотры
    162
    ER
    1,9%
    Реакции
    3