Перейти к содержимому

Пост канала

Башҡортостан ҡыҙы
  1. фото

    Айгөл Сәлимйән ҡыҙына ярҙам итәйек! З. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте бүлеге мөдире Айгөл Сәлимйән ҡыҙы менән дуҫбыҙ. Ул үҙе үткәргән сараларға беҙҙең журнал хеҙмәткәрҙәрен йыш саҡырҙы. Баҫмабыҙҙа уның тормош иптәше, МХО яугиры Юнир Байморатов тураһында мәҡәлә лә сыҡҡайны. Ә бөгөн яҡты йөҙлө, матур күңелле, шиғри йөрәкле милләттәшебеҙгә ярҙам кәрәк. Бергәләп уға ауыр сирҙе еңергә ярҙам итәйек. Айгөл Сәлимйән ҡыҙына ныҡлыҡ, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ теләйбеҙ!

    Открыть в MAX
    Просмотры
    166
    ER
    3,0%
    Реакции
    5