Перейти к содержимому

Пост канала

Башҡортостан ҡыҙы
  1. фото

    🏡Ауыл таңы Ауыл таңы - үҙе бер оркестр: Дирижеры - тәүге әтәстәр, Бер һөрәне етә ихатала - Уяна ла ҡуя мең хәстәр. Дөбөр-дөбөр килә буш силәктәр, Гөбөр-гөбөр - һаумал һөттәре; Бесәнселәр салғы яный, тапай - Ай-һай, кәрәк йортта көс-кәрең. Ем таптыра ҡош-ҡорт сыр-сыулашып, Һайрар ҡошо шулар ауылдың; Мөңрәй-мөңрәй көтөү үтеп китә, Көйшәй-көйшәй аҫтын сауылдың* Оркестрҙың көйө моңһоҙ, тиеп, Баһаларға ләкин ашыҡма. ...Сәскәләрҙең йәшен ҡоя-ҡоя, Ташып барған хисте тыя-тыя Ҡайтып бара таңда ғашиҡтар. Гүзәл Ситдиҡова

    Открыть в MAX
    Просмотры
    180
    ER
    2,2%
    Реакции
    4