Пост канала
- фото
Кисә Хәрби диңгеҙ флоты көнө булды. Ғүмерҙәрен диңгеҙ менән бәйләгән яҡташтарыбыҙ үҙҙәрен флотта тик ыңғай яҡтан күрһәтә. Кисә, Хәрби диңгеҙ флоты көнөндә, Учалы яҙыусыһы Рамай Ҡаһирҙың ебәргән хәбәрен айырым пост итеп бирәбеҙ: - 2017 йылдың 27 сентябрендә Рәсәй Оборонаһы Министры Сергей Шойгу, Тымыҡ океан флотының, атом һыу аҫты крейсерының өлкән матросы Айгиз Ҡоләхмәтовҡа кешеләрҙе үлемдән ҡотҡарған өсөн миҙал тапшырҙы. Айгиз - минең бер туған ҡустым, ""Дәрүиш -хан" төркөмөнөң солисы Дим Мәннандең (Ҡоләхмәтовтың ) өлкән улы. Әсәһе - Сәриә, Хәйбулла районы ҡыҙы. Айгиз шул ҡәҙәре атаһы Димгә оҡшаған инде, иҫең китерлек! Айгиз улыма, уның ғаиләһенә һәм яҡындарына һаулыҡ, ғаилә именлеге, балалар бәхете теләп ҡалам! Океандар тулағанда... Һине көтә океандар, Көтә һине күпме диңгеҙ! Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә Бәхетле бул, улым, Айгиз! Һиндә тибә Димдең ҡаны, Уның рухы күскән һиңә. Был тормошта иманлылар Һәм ҡыйыуҙар ғына еңә! Ғүмер бит ул ҡыҫҡа ғына, Һиҙелмәй ҙә үтә бик тиҙ. Инде үлдем тигәндәргә - Йәшәү өрҙөң, улым, Айгиз. Кешеләрҙең рәхмәттәре - Ҡайтһын һиңә сауап булып. Сәләмәт һәм бәхетле бул, Юлың торһон һәр саҡ уңып! Океандар тулағанда, Ҡоторғанда ярһыу диңгеҙ. ...Атайыңдың изге рухы — Маяҡ булһын һиңә, Айгиз! Рамай Ҡаһир
Открыть в MAX- Просмотры
- 190
- ER
- 3,7%
- Реакции
- 7