Пост канала
- фото
Сибай ҡалаһында "Урал аръяғы-2026" 8-се Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы старт алды 🔹 Бөгөн Сибай ҡалаһында Башҡортостандағы төп эшлекле майҙансыҡтарҙың береһе - Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы башланды. Сараға Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Төркиә, Абхазия, Көньяҡ Африка Республикаһы, Италия һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән делегациялар йыйылды. ✔ Республика етәкселеге ҡушыуы буйынса, быйыл форумдың төп темаһы - "Еңеү иҡтисады". Төбәкте үҫтереү, инвестициялар йәлеп итеү, МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса һөйләшеүҙәр буласаҡ. Яҡынса 30 килешеүгә ҡул ҡуйыу көтөлә.
Открыть в MAX- Просмотры
- 701
- ER
- 1,7%
- Реакции
- 12