Пост канала
- фото
Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Дәүләт башлығының төп ҡарары – вице-премьер – финанс министры вазифаһын булдырыу: был вазифаға финанс министрлығының әлеге етәксеһе Антон Силуанов тәғәйенләнде. Шулай итеп, ул ведомство етәксе урынын һаҡлап ҡалды һәм хөкүмәт рәйесе урынбаҫары статусын алды. Указға ярашлы, Юрий Трутнев президент ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнде һәм вице-премьер — Алыҫ Көнсығыш федераль округында тулы хоҡуҡлы вәкил вазифаһынан бушатылды. Дмитрий Ядров РФ транспорт министрлығын етәксеһе итеп билдәләнде. Андрей Никитин – транспорт тармағы өсөн яуаплы вице-премьер, Ирина Окладникова вице-премьер — министрҙар кабинеты аппараты етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Олег Кожемяко вице-премьер – президенттың Алыҫ Көнсығыш федераль округында тулы хоҡуҡлы вәкил вазифаһын алды.
Открыть в MAX- Просмотры
- 109
- ER
- 0,9%
- Реакции
- 1