Пост канала
- фото
20 октябрь — Башҡортостандың халыҡ шағиры, бөйөк яҙыусы һәм атаҡлы драматург Мостай Кәримдең тыуған көнө. Мостай Кәрим — башҡорт әҙәбиәтен донъя кимәленә күтәргән, оло йөрәкле, тәрән аҡыллы аҡһаҡал ине. Киске ҡыҙғылт ағын һыу өҫтөндә Йөҙөп барам күндән кәмәлә. Бәхет хаҡында юҡ ҙур хыялым, Ваҡ ғәмем юҡ фани нәмәлә. Тәбиғәттәй, мин нәфсеһеҙ, азат. Һыуҙай ағам теләһәм ни яҡҡа. Әйтерһең дә, киске тынлыҡ менән Йәнем керҙе бөгөн никахҡа... Ҡапыл боролоштан аҡ пароход, Ярһып-ярһып, күкрәк ки(е)реп, Хатта тауыш бирмәй килеп сыҡты, Бар донъяла бер ул, тиерһең. Ажғыр тулҡын, ҡороғона урап, Кәмәм-нием менән ҡапланы. Аҡ пароход китте. Күңел өсөн Әйләнеп тә миңә баҡманы. Тәкәбберлек! Һинән башҡа ла бар Был донъяла байтаҡ нәмәләр – Ерҙә йөрөй әле йәйәүлеләр, Һыуҙа йөҙә әле кәмәләр. 1978
Открыть в MAX- Просмотры
- 239
- ER
- 2,5%
- Реакции
- 6