Пост канала
- фото
Бөгөн ҡала хакимиәтендә «Сауҙагәр 2.0» ҡунаҡсыллыҡ фестивален ойоштороусыларҙы бүләкләнеләр Бөгөн ҡала хакимиәт башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов майҙансыҡтарҙы ойоштороусыларға, белгестәргә, тәртип һәм хәүефһеҙлек өсөн яуаплы предприятие һәм учреждение етәкселәренә, шулай уҡ дөйөм байрамға үҙ өлөшөн индергән башҡа бик күп кешеләргә рәхмәт хаттары тапшырҙы. — Хөрмәтле хеҙмәттәштәр, беҙҙең фестиваль был юлы ҡалабыҙҙың асылын – уның ҡунаҡсыл, йомарт, изге күңелле, ижади, хеҙмәт һөйөүсән, үҙенсәлекле итеп сағылдырҙы. Ҡалабыҙ үҙенең 260 йыллығын тап шундай булып ҡаршылай. Юбилейҙы байрам итеүгә индергән йән йылығыҙ һәм ижадығыҙ өсөн һәр берегеҙгә рәхмәт белдерәм, — тип билдәләне Эмиль Владиславович.
Открыть в MAX- Просмотры
- 102
- ER
- 3,9%
- Реакции
- 4