Пост канала
- фото
❇️ Йәйге биатлон буйынса Рәсәй беренселегендә Өфөнән Максим Аптыкаев еңеү яуланы Башҡортостанда йәйге биатлон буйынса ил беренселеге бара. Йәш спортсы ярыштарҙың беренсе көнөндә Өфөлә 12,5 километрға уҙышта еңеүсе булды, тип хәбәр иттеләр республиканың Спорт министрлығынан. Башҡортостан вәкиле Смоленск өлкәһенән дәғүәсеһе Владислав Ольховиковты 38 секундҡа уҙып китте. Өсөнсө урында – Сыуаш Республикаһынан Артем Вершинин. Ил беренселегендә Рәсәйҙең 35 төбәгенән 146 егет ҡатнаша. Турнир 29 сентябрҙә тамамлана.
Открыть в MAX- Просмотры
- 94
- ER
- —
- Реакции
- —