Пост канала
- фото
‼️ Башҡорт фильмы халыҡ-ара кинофестивалдә ҡатнашты ✳️ Ярославль өлкәһендә Рәсәйҙең иң ҙур халыҡ-ара йәштәр кинофестивалдәренең береһе – XVI «Донъяға яҡтылыҡ» халыҡ-ара йәштәр кинофестиваленең финалы бара. Фестиваль 16 йыл инде режиссёрҙарҙы, педагогтарҙы, мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен һәм меңәрләгән тамашасыны берләштерә. Һайлап алынған картиналар араһында – «Бетеү» тигән башҡорт фильмы. Картинаны режиссёр Руслан Юлтаев тәҡдим итә. 2026 йылда конкурсҡа донъяның 120 иленән 4000-гә яҡын ғариза килгән. Финал программаһында ҡатнашыу өсөн 20 илдән 80 иң яҡшы фильм һайлап алынған. Ишембай районы Маҡар ауылының гүзәл урындарында төшөрөлгән фильмда ролдәрҙе Башҡорт драма театры һәм Салауат драма театры актерҙары башҡара.
Открыть в MAX- Просмотры
- 132
- ER
- 1,5%
- Реакции
- 2