Пост канала
- фото
🐻 Айыуҙы урмандан башҡа ерҙә лә осратырға мөмкин. Ҡайһы берҙә ҡырағай хайуандар тораҡ пункттарға, шул иҫәптән аҙыҡ һәм яңы биләмәләр эҙләп сыға. 📍Айыу күрһәгеҙ, нимә эшләргә? ✅ Иң мөһиме – юғалып ҡалмаҫҡа һәм хайуанға яҡын бармаҫҡа. Уны ашатырға, һыйпарға ынтылмағыҙ, фотоға төшөрәм тип янына бармағыҙ. Ҡасмағыҙ, айыуға арҡағыҙ менән боролмағыҙ һәм киҫкен хәрәкәттәр яһамағыҙ. Йыртҡысты күҙҙән ысҡындырмайынса, тыныс ҡына хәүефһеҙ араға китегеҙ. ✅ Әгәр «урман хужаһы» тораҡ пункт тирәһенә килеп сыҡһа, был хаҡта 112 телефонына шылтыратып йәки «112 – ашығыс ярҙам» мобиль ҡушымтаһы аша хәбәр итегеҙ. Шулай уҡ Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының оператив хеҙмәткәренә шылтыратырға мөмкин: 8 (347) 218-04-30.
Открыть в MAX- Просмотры
- 103
- ER
- —
- Реакции
- —