Пост канала
- фото
Бөгөн танкистар көнө🤍 Ҡайһы бер көндәр календарҙа ябай ғына яҙылып ҡалмай — улар быуындар хәтерендә моторҙарҙың гөрөлдәүе, сылбырҙарҙың сылтырауы һәм тарихтың ауыр һулышы менән яңғырай. Танкистар көнө — нәҡ шундайҙарҙың береһе: ул көс, ҡаһарманлыҡ һәм быуындарҙың өҙөлмәҫ бәйләнеше байрамы. Танкистар ҡаты һынауҙар ваҡытында Ватандың ҡорос ҡалҡанына әйләнгән, үтеү мөмкин түгел кеүек тойолған урындарҙа ла алға ынтылған. Бөгөн Стәрлетамаҡта Еңеү паркындағы яугир интернационалистар стелаһына ошо иҫтәлекле көнгә арналған тантаналы сара үтте. Быйыл был байрам 80-се тапҡыр билдәләнә. Нисәмә йылдар үтһә лә, танкистарҙың батырлығы онотолмай. Ул архивтарҙа, ғаилә хәтирәләрендә, ошо хәтерҙе һаҡлаусыларҙың йөрәгендә мәңге йәшәй. Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Михаил Григорьев барыһын да сәләмләп, ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһаны. Уның телмәре ил тарихында танк ғәскәрҙәренең бөйөк ролен иҫкә төшөрҙө. Ул танк ғәскәрҙәренең һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта булыуын, иң ҡатмарлы һәм яуаплы бурыстарҙы үтәп, иң ауыр һуғыштарҙа хәл иткес көскә әйләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бигерәк тә оноторлоҡ түгел һандар йөрәккә үтеп инде: Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һуғышҡан 1200-ҙән ашыу танкист Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған. Был үлем хәүефе алдында сигенмәгән кешеләрҙең яҙмышы менән яҙылған ҡаһарманлыҡ йылъяҙмаһы. Танк ғәскәрҙәре ветерандарын Стәрлетамаҡ ҡалаһы хәрби комиссариатының өлкән лейтенанты, төп белгес-эксперты Александр Карпунин һәм «Стәрлетамаҡ ҡалаһы танкистар союзы» йәмәғәт берекмәһе вәкиле, өлкән лейтенант Эдуард Әхмәҙинуров ҡотланы. Уларҙың сығыштары өлкән быуынға булған ихлас хөрмәткә һәм ошо хәтер эстафетаһын йәштәргә тапшырыу теләгенә тулы ине. Стела янына йыйылған ветерандар был һүҙҙәрҙе тыңланы, һәм уларҙың ҡарашында бөтөн бер тарих уҡыла ине: хеҙмәт итеү йылдары,иптәштәре,Еңеүҙең хаҡы тураһындағы хәтирәләр. Сара аҙағында батыр яугирҙарҙың иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде. Ринат Солтанов фотолары.
Открыть в MAX- Просмотры
- 112
- ER
- 2,7%
- Реакции
- 3