Пост канала
- фото
🎉Милли кейем көнө менән! Фәрештәнең ике ҡанатындай, Аҡ яулығың нисек бәйләнең? Ынйы - мәрйен генә ай, селтәрең, Һайлап ҡына сиктең сәйләнен. Күлдәгеңдең ҡатлы япмалары, Таҫмаларың икән кем һалған? Сәс үрмесең сыңлап-сыңлап китә, Шишмәләргә төшөп һыу алһаң. Һин бейеһәң ,күҙҙәр эйәрмәй шул, Осҡон сәсә ситек тағаһы. Әйт, һылыуым, ҡайһы яҡтарҙан һин, Ҡайһы ғына ырыу балаһы? Ҡала мәҙәниәт һарайының “Аҫылташ” шиғриәт һөйөүселәр клубы ҡыҙҙары бөгөнгө матур байрамға ҡушыла.Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙҙең барығыҙҙы ла Милли кейем көнө менән тәбрик итәбеҙ! Башҡорттоң күңел байлығы милли кейемендә, сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған. Һәр миләттең быуаттан-быуатҡа һаҡлап килгән ғөрөф-ғәҙәттәре булған кеүек, милли кейеме, биҙәүестәре бар. Милли кейемдә халыҡтың рухи байлығы, йәшәү рәүеше, йолалары, ижади үҫеше сағыла. Сулпы сыңына, алтын-көмөшкә тулған ата-бабаларыбыҙҙың зиннәтле өҫ-башы әле лә һоҡландыра һәм илһамландыра. Ҡала мәҙәниәт һарайының "Аҫылташ" шиғриәт һөйөүселәр клубы ҡыҙҙары бөгөнгө матур байрамға ҡушыла. Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙҙең барығыҙҙыла Милли кейем көнө менән!
Открыть в MAX- Просмотры
- 96
- ER
- 4,2%
- Реакции
- 4