Перейти к содержимому

Пост канала

"Ашҡаҙар" гәзите | Газета "Ашкадар"
  1. фото

    “Стерлитамакский рабочий” гәзите – Рәсәйҙең иң яҡшы ун гәзите иҫәбендә 8 сентябрҙә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының матбуғат конференциялары залында республика, ҡала һәм район баҫмаларын һәм айырым авторҙарҙы, шул иҫәптән РФ Журналистар Союзының “Рәсәйҙең иң яҡшы 10 гәзите” конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. “Стерлитамакский рабочий” гәзите “Йөрәк ҡушыуы буйынса” проекты менән “Үҙ-үҙеңә арналған иң яҡшы проекттар һәм очерктар” номинацияһында еңеү яуланы. Был инде гәзиттең абруйлы Бөтә Рәсәй конкурсында икенсе еңеүе. Бер йыл элек ул “Уҡыусылар өсөн иң яҡшы конкурстар” проекты менән илдең алдынғы ун баҫмаһы иҫәбенә ингән ине. Наградаларҙы БР Журналистар Союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов тапшырҙы. Коллегаларыбыҙҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да юғары кимәлдә еңеүҙәр яуланыу теләйбеҙ! Афарин!

    Открыть в MAX
    Просмотры
    95
    ER
    —
    Реакции
    —