Перейти к содержимому

Пост канала

"Ашҡаҙар" гәзите | Газета "Ашкадар"
  1. СТӘРЛЕТАМАҠ ТӘМЕ - ИТ, БАШҠОРТ БАЛЫ ҺӘМ ГӨБӘҘИӘ! Стәрлетамаҡ тағы ла бөтә илдең иғтибар үҙәгендә. Бөгөн ҡалала Беренсе каналдың популяр «Повара на колёсах» («Тәгәрмәстәге ашнаҡсылар») телетапшырыуын төшөрҙөләр. Проект сиктәрендә ике билдәле шеф-ашнаҡсы Рәсәй ҡалалары буйлап сәйәхәткә сыға, улар мәҙәниәт, аш-һыу, архитектура һәм урындағы ресторандар менән таныша. Артабан ашнаҡсылар алған тәьҫораттарына һәм белемдәренә таянып, урындағы ризыҡтарҙы үҙҙәренең авторлыҡ рецептары буйынса әҙерләп, ҡала халҡы хөкөмөнә сығара. Стәрлетамаҡҡа ике шеф-ашнаҡсы килде: Сочиҙың «Баран-Рапан» һәм «Fettuccine» ресторандарының бренд-шефы Андрей Грязев һәм 2023 йылда ресторан бизнесы буйынса «Пальмовая ветвь» («Пальма ботағы») Бөтә Рәсәй премияһы лауреаты, 2020-2023 йылдарҙағы «Завтрак шефа» («Шеф иртәнге ашы») премияһы лауреаты, «Пятница» каналындағы «Адский шеф»шоуының өсөнсө миҙгеле су-шефы Евгений Козубов. Проектта Стәрлетамаҡтың ике рестораны — «Ашҡаҙар» һәм «Ҡуғанаҡ» ҡатнашты. Бөгөн "Повара на колесах" телетапшырыуын ҡаланың тарихи өлөшө - Салауат Юлаев скверында төшөрҙөләр, ә урындағы халыҡ шеф-ашнаҡсылар бешергән ризыҡтарҙы ашап ҡараны һәм һуңынан тауыш бирҙе. Ә улар үҙҙәре телетапшырыуҙа төшөргә килгән халыҡҡа өйрәк ашы һәм күмерҙә ҡыҙҙырылған картуфты һырғанаҡ һәм йәшелсәләр менән әҙерләнгән тәмле ризыҡ менән һыйланылар. Килгән кешеләр барыһы ла ике шеф-ашнаҡсынан әҙерләнгән аш-һыуҙы ашап ҡараны һәм Стәрлетамаҡтың тәмен иң яҡшы сағылдырған ризыҡты һайланы. Ихлас аралашыуҙар, йылмайыуҙар һәм фекер алышыуҙар был мәлде ысын мәғәнәһендә йылы һәм йәнле итте. Төшөрөүҙәр тамамланғас, Рәсәй буйлап тамашасыларҙы ғәжәпләндерергә күнеккән шеф-ашнаҡсылар Стәрлетамаҡта урындағы аш-һыу бүлмәһенең үҙенсәлекле характерын шунда уҡ билдәләп үтте. Уларҙың һүҙҙәре буйынса, Стәрлетамаҡтың тәме итле һәм йылы ғына.Бында ит ризыҡтарын йән һалып һәм ваҡыт һынауы үткән рецептар буйынса әҙерләйҙәр.Тағы ла башҡорт балы һәм гөбәҙиәнең тәме ныҡ иҫтәрендә ҡалған.Нәҡ ошо ризыҡтар Мәскәү шеф-ашнаҡсылары күҙлегендә ҡаланың ысын гастрономик символдарына әүерелде. Шулай уҡ ҡунаҡтар ошо бер- нисә көн эсендә милли аш-һыуҙың бөтә төрөн дә татып ҡараған,хатта бишбармаҡты үҙ ҡулдары менән бешерергә лә өлгөргән. Шеф-ашнаҡсы Евгений Козубов Стәрлетамаҡтың архитектураһына айырым туҡталды, ә Андрей Грязев — Ҡала көнөнөң киң күләмле байрамына. "Стәрлетамаҡтың архитектураһы, сауҙагәрҙәр йорттары иҫ киткес матур,— тине Евгений. «Ҡала көнөндә кеше шул тиклем күп ине! Мин һуңғы тапҡыр бындай күп халыҡты, моғайын, Мәскәүҙә генә күргәндермен. Кешеләрҙең бер-береһен хуплауы, бындай байрамдарҙы яратыуы бик шәп, Зәйнетдиндең сығышы ныҡ оҡшаны— тип билдәләне Андрей. «Тәгәрмәстәге ашнаҡсылар» тиҙҙән артабан юлға сыҡһа ла, ҡаланың тәме — ит,бал һәм гөбәҙиә, иң мөһиме, кешеләрҙең ихласлығы — кадрҙа һәм тамашасыларҙың йөрәгендә ҡалыр.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    103
    ER
    4,9%
    Реакции
    5