Пост канала
- фото
Һөйөнсө!🌹🌹🌹 Күренекле башҡорт яҙыусыһы - Нажиә Заһир ҡыҙы Игеҙйәнованың 80 йәшлек юбилейын ҡаршылауға арнап,"ӘҪӘРҘӘР. ДҮРТ ТОМДА" китаптары донъя күрҙе! Ҡәҙерле ҡәләм оҫтаһы Нажиә Заһир ҡыҙы! Һеҙҙе ҡәләмдәштәрегеҙ, китап һөйөүселәр, дуҫ -иштәрегеҙ исеменән ихлас ҡотлайбыҙ! Китап сығыу — оло байрам, күңелдәргә нур өҫтәй. Китаптарығыҙ мөбәрәк булһын, ижадығыҙ гел гөрләһен! 💥Нажиә Игеҙйәнованың «Әҫәрҙәр дүрт томда. 1- се том» китабына төрлө йылдарҙа яҙылған сатирик һәм юмористик хикәйәләр, скетч, монологтар индерелде. Автор был әҫәрҙәрендә әмғиәттәге иләмһеҙ, ғибрәтле күренештәрҙе, инабатһыҙ кешеләрҙәге етешһеҙлектәрҙе фашлай. Фәһемле, фәлсәфәле, көлкөлө әҫәрҙәрендә хәл-ваҡиғаларҙың ерлегенә, бәндәләрҙең мәнһеҙ ҡәлбенә таянып тәнҡитләй әҙибә. Беренсе томдағы әҫәрҙәр ҡыҫҡалығы, үҙенсәлекле сюжетлы, төплө булыуҙары, тема төрлөлөгө менән ылыҡтыра. Нажиә Игеҙйәнованың сатира һәм юморҙың асылы хаҡындағы мәҡәләһе йыйынтыҡтың мәртәбәһен күтәрә. 💥Әҫәрҙәрҙең 2- се том китабына төрлө йылдарҙа яҙылған повестары тупланған. Әҙибә персонаждарының хаҡ яҙмышын, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен, ҡатмарлы кисерештәрен, холоҡ-фиғел нескәлектәрен йор тел менән тасуирлай. Яҙыусы һәр повесында яҡты күңел менән эшләнгән матур ғәмәлдәр, ихлас изгелектәр киләсәккә ышаныслы нигеҙ буласағын аңлатырға тырыша. Яҙыусының әҫәрҙәренең үҙенсәлеге шунда: улар әлеге ваҡытта ла актуаль яңғырайҙар, үҙҙәренең тәрбиә һәм әхлаҡи принциптарын юғалтмайҙар. 💥Нажиә Заһир ҡыҙының «Әҫәрҙәр дүрт томда. 3-сө том» китабына төрлө йылдарҙа яҙылған хикәйәләре тупланды. Авторҙың был хикәйәләре тематикаһы менән генә түгел, проблематикаһы, киң сюжетлы, мауыҡтырғыс булыуы, бай йөкмәткеһе, геройҙарының оригиналлеге, тел-стиль нәфислеге менән ҡиммәтле. Яҙыусы ижады аша халыҡтың йәшәү рәүешен, заман тыуҙырған ҡатмарлы проблемаларҙың төрлөлөгөн тәрән мәғәнәле, уйландырырлыҡ итеп асып бирә. Үҙ художество алымдары, яңы образдары менән әҙәбиәт донъяһын байыта. 💥Әҫәрҙәрҙең 4-се томына төрлө йылдарҙа балалар өсөн яҙылған хикәйәләре, әкиәттәре, әкиәт-пьесалары тупланды. Яҙыусы әҫәрҙәрендә халҡыбыҙҙың арҙаҡлы батыр улдары тураһында, итәғәтле, уңған, аҡыллы малай-ҡыҙҙар хаҡында мауыҡтырғыс итеп бәйән итә, үҙебеҙҙең тормош-көнкүрештән алып яҙылған ваҡиғаларҙы сағылдыра. Һәр әҫәр ҙур тәрбиәүи көскә эйә.
Открыть в MAX- Просмотры
- 99
- ER
- 4,0%
- Реакции
- 4