Пост канала
- фото
Стәрлетамаҡта бер аҙ һыуытып алғандан һуң йәнә йылытасаҡ😻 ☺️Стәрлетамаҡта алдағы көндәрҙә һауа торошо йәнә үҙгәрәсәк. Рәсәй Гидрометүҙәге мәғлүмәттәре буйынса, Стәрлетамаҡта 17 августа көндөҙ +19 градус, ә төндә +11 градус тирәһе буласаҡ. Икенсе көндө, 18 августа, көндөҙ һауа температураһы +25 градусҡа тиклем күтәреләсәк. Ике көн дауамында әҙерәк ямғыр яуып аласаҡ. Шаршамбы, 19 август, +27 градус булыуы фаразлана. Көн ҡояшлы һәм аяҙ буласаҡ. Аҙнаның ҡалған көндәрендә көндөҙ +25-тән +27 градусҡа тиклем йылы булыуы көтөлә.
Открыть в MAX- Просмотры
- 106
- ER
- 2,8%
- Реакции
- 3