Перейти к содержимому

Пост канала

"Ашҡаҙар" гәзите | Газета "Ашкадар"
  1. фото

    🩷Стәрлетамаҡ ҡыҙы бөтә Рәсәй чемпионатында еңеүсе булды 🌺Стәрлетамаҡтың Пионерҙар һәм мәктәп уҡыусылары һарайы ҡарамағындағы «МАФ»( Анимация һәм фантазия оҫтаханаһы) тәрбиәләнеүсеһе Диана Әсиғолова «Artmasters» ижади компетенцияларҙың милли асыҡ чемпионатында беренсе урынды яуланы. 🎀Һанлы сәнғәт өлкәһендәге белгестәр өсөн ойошторолған был киң күләмле ярыштар Мәскәүҙә 19 июлдән 1 авгусҡа тиклем үтте. 🔥Быйыл конкурста илдең төрлө төбәктәренән 143 белгес ҡатнашҡан. Стәрлетамаҡ исеменән педагог Дарья Иванова етәкселегендә Диана Әсиғолова сығыш яһаны. Йәш ҡатнашыусы бөтә этаптарҙы ла ышаныслы үтте, ә ярымфиналда һәм финалда иң юғары һөҙөмтә күрһәтеп, мөмкин булған бөтә балдарҙы йыйҙы. 😍Диананың еңеүе — «МАФ» студияһындағы юғары кимәлдәге әҙерлектең һәм ҡыҙҙың талантының сағыу дәлиле булып тора.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    118
    ER
    1,7%
    Реакции
    2