Перейти к содержимому

Пост канала

Газета "Урал"/"Урал" гәзите
  1. фото

    Өфө фән һәм технологиялар университетында пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итергә өйрәтәләр. Уҡытыу бер нисә этаптан тора. Студенттар теорияны өйрәнә, һәләттәрен тренажерҙа һынап ҡарай һәм артабан ялан осоштарына күсә. "Уҡытыу программаһы хәрби бәрелештәр алып барыу тәжрибәһен иҫәпкә алып төҙөлдө”, - ти университеттың радиоэлектрон ҡорамалдар кафедраһы уҡытыусыһы Павел Морозов. Бөгөн пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары ауыл хужалығында, сәнәғәт һәм энергетика өлкәһендә, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы эшмәкәрлегендә киң ҡулланыла.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    69
    ER
    —
    Реакции
    —