Перейти к содержимому

Пост канала

Ейәнсура таңдары
  1. ссылка

    Ҡайтыу Яҙғы ҡар иреп, тау биттәренән гөрләүектәр аҡҡан мәлдә уң аяғы протез менән алмаштырылған килеш ауылға ҡайтып төштө Илгиз. Поезд уны Өфөгә тиклем генә алып килде, артабан - район үҙәгенә тиклем биш сәғәт барырға кәрәк. Тыуған яҡтарға табан юлдың оҙонлоғон һиҙмәне лә. Күпме көттө ул ошо илаһи мәлдәрҙе... Сит тарафтарҙа Башҡортостанының хәтфә туғайҙары, аҡ ҡайындары төштәренә инеп аҙ яфаламаны. Шуға ла яҡындарына үҙен госпиталдән килеп алырға ҡушманы, үҙем ҡайтам тине. Тыуған яғының хозурлығын автобусҡа ултырып күҙҙәре талсығансы ҡарап барғыһы килде. Тулыһынса уҡырға https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-10-07/aytyu-4838385

    Открыть в MAX
    Просмотры
    559
    ER
    0,9%
    Реакции
    5