Пост канала
🏇🏻🏇🏻Бөгөнгө сараларҙы "Аҡ сатыр" паркында үткән ат сабышы йомғаҡланы. Районда өсөнсө йыл ойошторолған бәйге Республика көнөнә арналды. Ҡатнашыусылар Башҡортостандың төрлө райондарынан ғына түгел, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән дә килгәйне. Һыбайлылар төрлө арауыҡа биш уҙышта сабышты. Ярыштар бик көсөргәнешле булды. Сараны быйыл да район хакимиәте ат спортын үҫтереү инициативаһы менән янған Фәрит Әбделғужин һәм Ғәлләм Ишмөхәмәтов менән берлектә ойошторҙо. Әйткәндәй, бер уҙыш махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә арналды һәм уға Владислав Әлмөхәмәтов, Фәнил Ғәббәсов һәм Айтуған Ишмырҙиндың туғандары бағымсы булды. Спортсыларҙы Әбделғужиндар һәм Ишмөхәмәтовтар былау менән һыйланы, район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Вафа Мәүлетов менән Юлай Арыҫланбаев йырҙары менән дәртләндерҙе.
Открыть в MAX- Просмотры
- 725
- ER
- 2,6%
- Реакции
- 19