Пост канала
- фото
Ил яҙмышы – һәр беребеҙҙең ҡулында 18 сентябрь Иҫәнғолдоң физкультура-сәләмәтләндереү комплексында урынлашҡан 1930-сы һанлы һайлау участкаһында Рәсәй Федерацияһы дәүләт депутаттарын һайлау тәғәйен ваҡытта башланды. Бындағы хәлдәр менән танышабыҙ: –Беҙҙең участокта 500-ҙән ашыу һайлаусы теркәлгән. Күреүегеҙсә, иртәнге сәғәт 8-гә үк һайлаусыларыбыҙ килә башланы. Һайлаусылар өсөн бөтә мөмкинселектәр ҙә бында булдырылған, помещение таҙа һәм йылы, – ти һайлау комиссияһы рәйесе Мирас Байғазаков. –Һайлау процесында ҡатнашыу – ул гражданиндың Конституция менән нығытылған хоҡуғы ғына түгел, ә уларҙың туранан-тура яуаплылығы ла. Стратегик мөһим ҡарарҙар ҡабул ителгәндә беҙ ситтә ҡала алмайбыҙ. Алдағы йылдарҙа ниндәй шарттарҙа йәшәрбеҙ, эшләйәсәкбеҙ һәм балалар тәрбиәләйәсәкбеҙ – һәр беребеҙгә бәйле, – ти муниципаль район хакимиәтенән вәкил Рөстәм Биктимиров.
Открыть в MAX- Просмотры
- 725
- ER
- 0,3%
- Реакции
- 2