Перейти к содержимому

Пост канала

Ейәнсура таңдары
  1. фото

    Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында алдағы көндәрҙә һалҡынайта. Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 9 сентябрҙә, аяҙлы-болотло була, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуыуы ихтимал. Һауа температураһы көндөҙ +16, төндә +9 градус тәшкил итә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, секундына10-12м тиҙлектә иҫәсәк. Иртәгә, 10 сентябрҙә, аяҙлы-болотло була, ямғыр яуыуы ихтимал. Термометр бағанаһы көндөҙ +17, төндә +7 градус күрһәтә. Ел көньяҡтан һәм көньяҡ-көнсығыштан, секундына 6-10 м тиҙлектә иҫә. Ял көндәрендә аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +19...+20 градус булһа, төндә +10-ға тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    700
    ER
    0,6%
    Реакции
    4