Перейти к содержимому

Пост канала

Ейәнсура таңдары
  1. ссылка

    Стригунков ҡаршы алды, был юлы ресторанда түгел, номерҙа тамаҡ ялғаныҡ. Ул миңә һынсыл ҡараны, алдында теремек, күңелсәк, юлдан бөтөнләй ҙә арымаған йәш ҡатын торғанын күргәс, ышаныслы хәрәкәт менән пинжәген систе. – Шкафҡа элеп ҡуй, – тип кәңәш иттем. – Юҡһа, бөтәрләнер. Һин миндә йоҡларға булдың шикелле? – Тап шулай, – тиһә лә, Стригунков тура бирелгән һорауҙан ҡаушап ҡалды. – Һин минең уйҙы ҡайҙан белдең? – Күҙҙәреңдән, – тип яуапланым. – Ир-аттың теләге тыуһа, ул ҡатын-ҡыҙға һынамсыл ҡарай һәм тиҙерәк кейемдәрен сисергә тырыша. Стригунков текәлеп ҡараны ла ашығып галстугының төйөнөн бушатты. Ирекһеҙҙән көлөп ебәрҙем. Стригунков йәнә аптыраны. – Мин шаяртмайым... – тине ул. – Ҡалырға рөхсәт итәһеңме? – Төнгөлөккәме ни? – Эйе. – Ҡал, – тинем. – Һин миңә оҡшайһың, тик хәҙер үк ҡатыныңа шылтырат та бөгөн минең янда йоҡларға ҡалғаныңды әйт. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-08-20/ya-yz-in-b-re-4788243

    Открыть в MAX
    Просмотры
    640
    ER
    0,6%
    Реакции
    4