Пост канала
- фото
🕌 «Әр-Рәхим» мәсетендә намаҙ уҡыу залы әҙерләнәсәк Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә «Әр-Рәхим» мәсетендә яңы архитектура-биҙәк яҡтыртҡыстарын ҡуйыу эштәре башланыуы тураһында хәбәр итте. Төҙөлөштөң барышы менән таныштырып, Радий Фәрит улы яңы бурыс билдәләне: йыл аҙағына тиклем намаҙ уҡыу залдарының береһен әҙерләп өлгөртөү. Был — республикабыҙҙың рухи тормошонда ҙур ваҡиға. Ҡалабыҙҙың йөҙөк ҡашы буласаҡ мөһабәт мәсеттең тиҙерәк асылыуын һәм халыҡ мәнфәғәтенә эшләүен теләйек! ✨ Тиҙҙән яңғырар аҙан моңон көтәйек!
Открыть в MAX- Просмотры
- 228
- ER
- 1,8%
- Реакции
- 4