Перейти к содержимому

Пост канала

Газета Баймакского района, города/ Баймак гәзите
  1. фото

    Республика көнө уңайынан Йомаш ауылында байрам йәрминкәһе ойошторолдо. Йомаш ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Барый Миңлебаев сара барышында байрам менән ҡотлап үтте һәм Яҙгөл Мөхтәр ҡыҙы Барлыбаеваға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһын тапшырҙы. Йәрминкә барышында ауыл халҡы үҙе етештергән продукция менән һатыу итеп кенә ҡалманы, Юнысбаева Шәһиҙә Бәғәҙәт ҡыҙы хуш еҫле самауыр сәйе менән ауыл халҡын һыйланы. Шулай уҡ Иҫәнова Венера Шәрифулла ҡыҙы Республика көнөнә арнап матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу ойошторҙо. Сара барышында күсмә китап күргәҙмәһе булдырылды һәм халыҡ таланттары үҙ һөнәрҙәрен күрһәтте. Уҡыусылар ҙа ситтә ҡалманылар, викторина һорауҙарына яуап биреп, тәмлекәстәр менән һыйландылар.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    222
    ER
    0,5%
    Реакции
    1