Перейти к содержимому

Пост канала

Газета Баймакского района, города/ Баймак гәзите
  1. фото

    #10октябрь-Ҡурайкөнө #Хәлиловтарҙыңҡурайсылардинастияһы Хәлилов Мораҙым Ишбулды улы 1965 йылдың 27 июль айында Икенсе Этҡол ауылында донъяға килә. 1972-1982 йылдарҙа тыуған ауылы мәктәбендә белем ала. Сибай ҡалаһында өс айлыҡ уҡыу курсында шофёр һөнәрен үҙләштерә. 1983-1985 йылдарҙа Германияла хеҙмәт итә. 1986-1989 йылдарҙа Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумында аккомпаниатор-баянист һөнәренә уҡый һәм, ауылға ҡайтып, Икенсе Этҡол мәктәбендә йыр дәресен уҡыта, ҡурай түңәрәген асып ебәрә. Уҡыусылары район, республика ҡурайсылар бәйгеләрендә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Кәрим Дияров исемендәге ҡурайсылар бәйгеһендә Юнир Ишмырҙин (1999 й.) һәм Салауат Ишморатов (2001 й.) Гран-при яулай. Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге республика ҡурайсылар бәйгеһендә Юнир Ишмырҙин 2-сe урынға лайыҡ була. Октябрьский ҡалаһында үткән Ҡурай байрамында Ильяс Хәлилов 1-се урын ала. 2002-2008 йылдарҙа ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай һәм мәктәптә тарих фәненән уҡыта. Тарихсы булараҡ, онотолоп барған шәхестәрҙең исемен тергеҙеү, тарихы урындарҙы өйрәнеү һәм уларҙы билдәләп халыҡҡа еткереү менән шөғөлләнә. Мәҫәлән, 1910 йылда Хәмит Әлмөхәмәтов менән Ғәбит Арғынбаев сәсәндәрҙең М.Буранғоловҡа «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү урынын билдәләү маҡсатында эҙләнеү эшен алып бара. 2006 йылда «Һәйкәлгә лайыҡ урын» тигән тема буйынса фәнни-эҙләнеү эшен яҙа һәм был иҫтәлекле урынға стела ултыртып, мәнгеләштереп ҡуйҙыртырға өлгәшә. 2008 йылда Байым ауылы эргәһендәге Көрәй тауының тарихын өйрәнеп, был урында Көрәй тигән батыр нигеҙ ҡороп йәшәгәнлеген, уның ҡайҙа ерләнгәнен асыҡлай. Әбйәлил районы ерендәге Әбдрәш ауылына барып шәжәрәһен өйрәнә, нәҫелдәре менән таныша, күп мәғлүмәттәр йыя. Мораҙым Ишбулды улы урта быуат ваҡытынан һаҡланып ҡалған, халыҡ телендә «Үлектәр» тип аталған ҡорғанды кәртәләп алды. Уҡыусыһы Айҙар Арыҫланов 2009 йылда «Тарихи ҡомартҡылар» тигән темаға фәнни-эҙләнеү эшен яҙҙы һәм был тема буйынса районда 1-се, республикала 2-се урын яуланы. 2011 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҡурайсы, ҡумыҙ эшләү оҫтаһы Зыя Ишбулды улы Хәлиловтың исемен мәңгелләштереү маҡсатында Хәтер кисәһе үткәреп тыуған йортонда таҡтаташ асты, ҡурай һәм ҡумыҙға стела ултыртылды. З.И.Хәлиловтың иҫтәлегенә арнап ауылда ҡурайсылар бәйгеһе үткәреүҙе туғандары менән бергә маҡсат итеп алдылар. Башкортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, тарихсы Д.С Ибраһимовтың, академик М.Н. Иҫәнбаевтың, сәсән Ш.Ш.Ғәбдиевтың тыуған йортона тактаташ асыуҙа өлөшө бик ҙур.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    178
    ER
    3,4%
    Реакции
    6