Пост канала
- фото
"Һәр кесаҙна тиерлек ауылда өмә үткәрелә.Был юлы ла ауылыбыҙҙың матурлығын булдырыу өсөн дәррәү генә өмәгә сыҡтыҡ. Тләүсин Айтуған эзбиз, колер, буяуҙар, бумалалар менән тәьмин итте. Ир-егеттәр тыл ветераны булған Зифа инәй Вәлишинаның ҡоймаһын рәтләп ҡуйҙылар.Ауылдың иң өлкән ир-азаматтары булған Рәшит ағай менән Зәкир ағай Тләүсиндар обелискты рәтләп ҡуйҙылар.Ауыл клубының тышҡы стеналары буялып сағыу төҫкә инде. Зимфира Тләүсина, Гөлназ Фәйзуллина,, Роза Билалова, Хәтифә Ҡаҙаҡбаева, Гәүһәр Вәлиева, Дамира Тләүсина, Зилә Тләүсина , Йәмилә Үлйәбаева, Рәсимә Тләүсина, Айгөл Тләүсиналар ярҙамында ауылыбыҙ балҡып китте.Өмәлә ҡатнашҡан барлыҡ ир-егеттәребеҙгә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ", - тип хәбәр итте Бөрйәнйылға ауылы халҡы.
Открыть в MAX- Просмотры
- 202
- ER
- 0,5%
- Реакции
- 1