Пост канала
- фото
1 октябрҙә Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө билдәләнә. Уның рәсми булмаған исеме лә бар: изгелек һәм ихтирам көнө. Ул оло йәштәге кешеләргә иғтибарҙың, рәхмәт белдереүҙең һәм өлкән быуынға хөрмәт күрһәтеүҙе төп маҡсат итә. Шуныһы ҡыуаныслы - был байрам яҡшы традицияға, изге йолаға әүерелде. Ваҡыт тиҙ уҙа, өлкәндәр көнө лә үтер ҙә китер, тик үҙ яҙмыштары менән беҙгә үрнәк булған ололарға хөрмәтебеҙ генә берүк һүрелмәһен. 1-се Этҡол ауыл мәҙәниәт йортонда ла Ололар көнөнә арнап «Ғүмерҙең алтын мәле » исемле матур сара ойошторолдо. Һеҙ - донъя тотҡаһы һәм йәме, йәштәрҙең терәге һәм тәрбиә үрнәге. Намыҫлы хеҙмәттәрегеҙ өсөн хөрмәт кисереп, ауырымай, һыҙланмай, оҙон-оҙаҡ йылдар яҡындарығыҙға терәк булып, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең, бүлә-бүләсәләрегеҙҙең изгелеген күреп бәхетле ҡартлыҡ кисереп йәшәргә яҙһын!
Открыть в MAX- Просмотры
- 203
- ER
- 2,0%
- Реакции
- 4