Перейти к содержимому

Пост канала

Газета Баймакского района, города/ Баймак гәзите
  1. фото

    Бөгөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, драматург, арҙаҡлы яҡташыбыҙ Таңсулпан Ғарипова ғүмер байрамын - тыуған көнөн билдәләй. Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы 1947 йылда Күсей ауылында тыуған. Бай тормош юлы үткән, донъяның әсеһен дә, сөсөһөн дә татыған талантлы ҡәләм оҫтаһының һәр әҫәре тормошсанлығы менән айырылып тора. Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы әҙәбиәткә үткән быуаттың 70-се йылдарында килә. Бер-бер артлы хикәйә һәм повестар йыйынтыҡтары донъя күрә. Ете йылға яҡын яҙыусы үҙенең билдәле «Бөйрәкәй» романы өҫтөндә эшләй. Таңсулпан Ғарипова драматургия өлкәһендә лә әүҙем ижад итә. Уның әҫәрҙәре нигеҙендә спектаклдәр сәхнәләштерелә, кинофильмдәр төшөрөлә. Яҡташыбыҙҙы тыуған көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, ижади ҡаҙаныштар теләйбеҙ!

    Открыть в MAX
    Просмотры
    203
    ER
    4,9%
    Реакции
    10