Перейти к содержимому

Пост канала

Газета Баймакского района, города/ Баймак гәзите
  1. фото

    Ҡәйүм Уразбаев етәкләгән Таулыҡай ауыл биләмәһе ауылдарында һайлау ойошҡанлы бара.Бында һайлаусылар үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәп кенә ҡалмай, ә улар өсөн ойошторолған төрлө сараларҙа ҡатнаша. Шуныһы һөйөнөслө, өс ауылда ла - Таулыҡай, Сыңғыҙ һәм Буранбайҙа был көндәрҙә "Һаҡмар"ға яҙыл һәм бүләк от!" акцияһы үтә.Кисә генә лә был төбәктә бөтәһе 70-кә яҡын кеше район баҫмаһы менән дуҫлығын тағы ла ярты йылға оҙайтты.Бөгөн дә, иртәгә лә подписка дауам итәсәк. Ә инде иртәгә, 20 сентябрҙә, "Һаҡмар" гәзитенә яҙылыусылар араһында приздар уйнатыу ойоштороласаҡ.Әйткәндәй, ауыл биләмәһенең һәм урындағы фермерҙарҙың тырышлығы менән бүләккә 30 тоҡ бойҙай һәм һоло, башҡа приздар әҙерләнгән. Афарин!

    Открыть в MAX
    Просмотры
    230
    ER
    2,2%
    Реакции
    5