Перейти к содержимому

Пост канала

Газета Баймакского района, города/ Баймак гәзите
  1. фото

    Тормоштоң аяуһыҙ ҡанундары менән яу яландарында йөрөгән ҡаһарман ир-егеттәребеҙгә Таһир ауылы халҡы төрлө кәрәкле әйберҙәр,йылы ойоҡбаш һәм кейемдәр,гигиена әйберҙәре,медицина кәрәк- яраҡтары йыйҙы.Ауыл ҡатын -ҡыҙҙары тәмле сәк-сәк,йыуаса бешерҙе.Изге күңелле ауылдаштар ихласлыҡ менән был эште башҡарып сыҡты,ауылдан ситтә йәшәүселәр ҙә аҡсалата ярҙам ҡулы һуҙҙы. Яу яландарында йөрөгән ҡаһарман ир-егеттәребеҙгә тыуған яҡтарына тиҙерәк әйләнеп ҡайтырға насип итһен,ошо изге эште башҡарыусылар имен һау ғына булһындар! Клуб мөдире Айһылыу Әлибаева.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    270
    ER
    2,2%
    Реакции
    6