Перейти к содержимому

Пост канала

Газета Баймакского района, города/ Баймак гәзите
  1. фото

    #Басайауылыклубы #Милликейемкөнө 11 сентябрь Башҡортостанда Рәсәй халыҡтарының милли кейемдәре көнө билдәләнә. Шул ыңғайҙан ауыл клубында "Иҫтәлек һаҡлай яулыҡтар" исемле сара ойошторолдо. Тәүге өлөшөндә яулыҡтарҙың тарихи үткәненә байҡау яһап, төрлө атамаларын тыңлап, фекер алыштыҡ. Икенсе өлөшөндә әсәйҙәр, өләсәйҙәр төрлө - төрлө яулыҡтарын, шәлдәрен күрһәтеп, уларҙың тарихын һөйләп үттеләр. Һәр кемеһендә ҡәҙерләп һаҡланған, мираҫ итеп тотҡан яулыҡтар булыуы һоҡландыра. Үҙҙәре менән килгән ейәнсәрҙәренә яулыҡтың ниндәй туҡыманан икәнен һөйләп, борон өләсәй - ҡартәсәйҙәрҙең яулыҡты нисек итеп ябыныуҙары тураһында ла бәйән иттеләр. Сарала ҡатнашыусылар бәләкәй ҡыҙҙарға боронғо кейем өлгөләрен күрһәтеп, уларҙы биҙәү өлгөләрен дә һөйләнеләр. Ҡыҙҙар инде матур бейеү бүләк итеп беҙҙе ҡыуандырҙы.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    212
    ER
    —
    Реакции
    —