Перейти к содержимому

Пост канала

Газета Баймакского района, города/ Баймак гәзите
  1. фото

    ‼Башҡортостанда мәктәп уҡыусыларына һәм студенттарға электричкала ниндәй ташламалар ҡаралған? 1 сентябрҙән Башҡортостанда ҡала яны поездарына билеттарға йәнә 50 процент ташлама ғәмәлгә индерелә. Льгота менән 7 йәше тулған уҡыусылар, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында көндөҙгө бүлектә уҡыған студенттар файҙалана ала. Билет һатып алғанда мәктәптән белешмә (һәр уҡыу йылы яңыртыла) һәм студент билетын күрһәтергә кәрәк. Льгота уҡыу йылы башланғандан алып 15 июнгә тиклем ғәмәлдә ҡала. Ә йылы миҙгелдә (1 апрелдән 31 октябргә тиклем) пенсионерҙар һәм льготалылар электричкала ярты хаҡҡа йөрөй.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    248
    ER
    —
    Реакции
    —