Пост канала
- фото
🌦Башҡортостанда йәшәүселәрҙе йәшенле ямғырҙар һәм ғәҙәттән тыш янғын хәүефе тураһында иҫкәрттеләр БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 26 августа республикала урыны менән ғәҙәттән тыш янғын хәүефе, төндә һәм иртән томан, йәшен йәшнәүе, елдең секундына 16 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә. Иртәгә Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, айырым райондарҙа күк күкрәүе, көндөҙ боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана. Ел көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +11, +16°, көндөҙ +19, +24°, көньяҡ-көнсығышта +25° тиклем.
Открыть в MAX- Просмотры
- 246
- ER
- —
- Реакции
- —