Перейти к содержимому

Пост канала

Газета Баймакского района, города/ Баймак гәзите
  1. фото

    Байым ауылында йәшәүсе хөрмәтле Ғәлин Зәйнетдин (Рушан) Фәтхулла улы һәм Нотфуллин Сабит Мортаза улы үҙҙәренең ғүмер байрамдарын билдәләне. Абруйлы ветерандарға Ниғәмәт ауыл биләмәһе башлығы Амур Әминевтың Рәхмәт хаты тапшырылды. "Һеҙҙе, ауылдың хөрмәтле ир-уҙамандары, ихлас күңелдән 85 йәшлек юбилейығыҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Һеҙ намыҫлы хеҙмәт юлы үткән, ауылыбыҙҙың лайыҡлы, өлгөлө, ихтирамлы шәхестәре. Оло йәштә лә матур күңел сифаттарын һаҡлап, кешелекле, кеселекле, изге йөрәкле, сабыр, киң күңелле булып ҡалыуығыҙ өсөн оло рәхмәт белдерәбеҙ. Һеҙгә алдағы көндәрегеҙҙә ныҡлы һаулыҡ, оҙон бәрәкәтле ғүмер, күңел тыныслығы, бәхетле ҡартлыҡ, именлек теләйбеҙ! Балаларығыҙҙың ихтирамына сорналып, ҡыуаныстар кисереп, изге хәбәрҙәр генә ишетеп, аҡыллы кәңәштәрегеҙе биреп йәшәгеҙ әле ауылыбыҙҙың йәме, хөрмәтле Зәйнетдин Фәтхулла улы һәм хөрмәтле Сабит Мортаза улы. Юбилейығыҙ ҡотло булһын!" - тиелә Рәхмәт хатында.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    225
    ER
    1,3%
    Реакции
    3