Перейти к содержимому

Пост канала

Газета Баймакского района, города/ Баймак гәзите
  1. фото

    Матур ғаилә – ил күрке,тип бушҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Тирә-яҡҡа нур сәсеп, ҡотло донъ­яларында ғүмер кисергән ғаиләләргә һоҡланып ҡына ҡалмайбыҙ, уларҙан өлгө лә алабыҙ.  Сәйғәфәр ауылында күп бала тәрбиәләп, ауылдың ҡотон, йәмен һаҡлаусы ғаиләләр байтаҡ. Күп бала тәрбиәләп,тормош юлына баҫтырып, хәҙер инде үҙҙәре лә бәхетле олатай,өләсәй булып, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп ғүмер кисерә улар. Ауылдың хөрмәткә лайыҡ Яһаннур һәм Минсара Раймановтарҙың бергә йәшәүҙәренә 62 йыл. Үҙҙәре иһә 85 , 80 йәшлек юбилейҙарын билдәләне ошо көндәрҙә.Ошо матур байрамдары уңайынан Сәйғәфәр клубында «Бергә- бергә ғүмергә» тип аталған матур сара үткәрелде. Икеһе лә«Баймаҡ» совхозының алдынғы эшселәре булалар. Яһаннур ағай малсы, Минсара апай һауынсы булып эшләй. 5 малайға, 1 ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр.Байрамды биҙәп балалары, бик күп туғандары йыйылды.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    232
    ER
    —
    Реакции
    —