Перейти к содержимому

Пост канала

Газета Баймакского района, города/ Баймак гәзите
  1. фото

    Яңы уҡыу йорто Бәшир Рәмиев исемен йөрөтәсәк! Өфөлә төҙөлөүсе математика лицей-интернатына тәүге совет ЭВМ-дарын булдырыусы Бәшир Рәмиевтың исеме биреләсәк.Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. – Ул беҙҙең яҡташыбыҙ, Баймаҡ районынан. Был дөрөҫ ҡарар булыр, тип уйлайым, — тине республика етәксеһе. Уҡыу йортона ингән ерҙә билдәле ғалимға һәйкәл ҡуйыласаҡ. Лицейҙы 2027 йылдың 1 сентябрендә асыу күҙ уңында тотола. Ул 360 уҡыусыға һәм 250 йоҡо урынына иҫәпләнгән. Проект федераль финанслауҙы йәлеп итеп, “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Дөйөм майҙаны 22 мең квадрат метрҙан ашыу буласаҡ алты ҡатлы бина уҡыу корпустарын, торлаҡ блоктарын, спорт зонаһын, ашхананы, китапхананы һәм конференциялар залын үҙ эсенә ала. Унда 6-11-се класс уҡыусылары белем аласаҡ.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    250
    ER
    1,2%
    Реакции
    3