Пост канала
- фото
Кейеҙ келәм бүләк иткәндәр. Баймаҡ районының Урал ауылында «Хыял» ойошмаһы «Урал биҙәктәре» проектының сағыу йомғаҡлау сараһын уҙғарҙы. Был проектты Президенттың мәҙәниәт башланғыстары фонды ярҙамында ойошторҙолар. Байрамға яҡынса 100 кеше — урындағы халыҡ һәм күрше ауыл-райондарҙан да ҡунаҡтар йыйылды. Ҡулдан эшләнгән кейеҙ келәмдәр күргәҙмәһе, кейеҙ баҫыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре, традицион уйындар үткәрҙеләр. Һәр ҡатнашыусыға иҫтәлекле бүләк — берҙән-бер кейеҙ биҙәүес тапшырылды. Ауыл халҡы тарафынан проект сиктәрендә ижад ителгән кейеҙ келәмде Башҡортостан Милли музейы фондтарына тантаналы рәүештә бүләк итеп тапшырҙылар. Хәҙер был ҡабатланмаҫ ҡул эштәре музейҙың этномәҙәни бүлегендә һаҡланасаҡ.
Открыть в MAX- Просмотры
- 249
- ER
- 3,2%
- Реакции
- 8