Перейти к содержимому

Пост канала

Газета Баймакского района, города/ Баймак гәзите
  1. фото

    🌿 Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанды яңыртыу эштәре 2027 йылда башланасаҡ! Өфө ҡалаһы властары был мөһим проекттың подрядсыһын эҙләй. Майҙанды яңыртыуға, төҙөкләндереүгә әҙерлек һәм проектлау өсөн бюджет 10,85 миллион һум тәшкил итәсәк. Ниҙәр планлаштырыла? 🏞️ 8 гектарлыҡ биләмәлә заманса һәм уңайлы ял урындары барлыҡҡа киләсәк: - күпер-терраса; - 50 кешегә иҫәпләнгән кафе; - балалар һәм спорт зоналары; - сәхнә һәм матур күренештәрҙе ҡарау майҙансығы (смотровая); - визит-үҙәк; - яр буйына төшөргә баҫҡыстар. Яңы майҙан — беҙҙең тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә ихтирам билдәһе буласаҡ. Иң мөһиме — Салауат батыр үҙ урынына әйләнеп ҡайтһын!

    Открыть в MAX
    Просмотры
    271
    ER
    0,4%
    Реакции
    1