Перейти к содержимому

Пост канала

Газета Баймакского района, города/ Баймак гәзите
  1. Бесәнгә кил. Ярты ауыл бесән эшләй, Ҡайһыһы һаман йоҡлай. Тракторҙары әҙер ҙә, Сапҡысы әллә сапмай? Бесәнгә тип китә инек, Салғыны һалып иңгә. Ризыҡтарыбыҙ- ҡултыҡта, Яныуыс ине еңдә. Салғыларҙы сүкей инек, Ялан тултырып моңға. Ҡолас йәйеп бесән саптыҡ, Ҡалмайынса бик һуңға. Әллә бесән бешмәгәнме, Әллә инде үҙебеҙ? (Берәүҙәре һоңғауыраҡ, Берәүҙәре түҙемһеҙ!) Бесән эшләмәгән кеше, Белмәй уның маҙаһын. Ауылымдың кешеләре Күреп йәшәй ыҙаһын! Һатам тиһә май- ҡоротон, Өйрәк- ҡаҙын бер - ике, Осһоҙға һатығыҙ тиҙәр, Ул бит үҙегеҙҙеке. Татар дуҫтар килеп етә, Үгеҙ быҙауҙар һорап. «Пух- перо» ны йыя кемдер, Ауыл урамы буйлап. Ауылдағы бар нәмәне, Хәләл көстән табабыҙ. Кемгә ит- май, ҡорот кәрәк, Бесән эшләп ҡарағыҙ! Ынйыбикә Ишмәтова

    Открыть в MAX
    Просмотры
    322
    ER
    3,1%
    Реакции
    10