Перейти к содержимому

Пост канала

Редакция газеты "Торатау" (Ишимбай)
  1. фото

    Ут алырға ғына ҡайтҡан кеүек, Күпкә түгел, бары тик әҙгә. Ҡайттым әле, һағыш баҫырға, тип, Күп кәрәкме инде һуң беҙгә?! Урамыңдан яйлап бер үтһәм дә Ҡаныр кеүек һағыш - хистәрем. Гармун моңдарына сумып тағын, Йөрөр инем айлы кистәрен. Күҙ алдында әле һаман тора, Ауылымдың ике урамы. Һәр бер йортта тормош ҡайнап торҙо, Буш ултырған өйҙәр булманы. Ҡапҡа алдарында сөкөрҙәшеп Ултырырҙар ине өлкәндәр. Яңылыҡтар менән уртаҡлашып Ҡаҙҙың бәпкәләрен көткәндә. Бала-саға тауыштары ул саҡ, Таралыр ҙа ине йыраҡҡа. Туҡтап ҡалдым, шул саҡтағы тауыш, Ишетелмәҫме, тип ҡолаҡҡа. Көйәнтәләр менән һыу ташыныҡ, Самауырҙар йырлап торорлоҡ. Түкмәй генә апҡайтаһың икән- Бәхетең дә була тулыраҡ! Шымып ҡалған ауыл, ҡартаяһың... Буш ултыра күпме өйҙәр ҙә... Күренмәй шул, күпме ҡараһаң да, Күренмәй шул, таныш йөҙҙәр ҙә. Юҡ, бөтмәгән ауыл, йәшәй әле! Күпме кеше һаҡлай нигеҙен. Бирешмәйсә заман һынауына, Халҡым йолаларын тергеҙеп. Гөлиә Көмөшбаева

    Открыть в MAX
    Просмотры
    421
    ER
    3,8%
    Реакции
    16